Һамарҙағы алтынсы кассация суды хәләл ефетен, Белорет хакимиәте хеҙмәткәре Динә Мәхийәнованы үлтергән Белоретта йәшәүсе Алик Мәхийәновҡа хөкөм ҡарарын үҙгәртте. Был хаҡта РБК-Өфө судтың матбуғат хеҙмәтенә һылтанып хәбәр итә.
Ялыу кисә, 26 сентябрҙә, ҡаралған. Хөкөм ҡарарынан Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 117-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса бер нисә эпизод алынды һәм уның буйынса яза йәш ярымға тиклем кәметелде. Һөҙөмтәлә Алик Мәхийәновты 9 йылға һәм 8 айға иркенән мәхрүм иттеләр. Бынан алда уға тәғәйенләнгән ваҡыт ике айға ҡыҫҡартылған ине.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике йыл самаһы элек муниципалитет хеҙмәткәре Динә Мәхийәнованың вафат булыуы билдәле булды. Алик Мәхийәнов әхирәтенең тыуған көнөнән ҡайтып барған элекке ҡатынын уның ата-әсәһенең өйө эргәһендә ҡарауыллап тора һәм бысаҡ менән сәнсеп үлтерә. Енәйәткә көнләшеү сәбәпсе булған.
Был аяныслы ваҡиғаны тышҡы күҙәтеү камераһы теркәгән. Йәш ҡатын алған тән йәрәхәттәренән урында уҡ йән биргән. Уның алты һәм 13 йәшлек ике балаһы ҡалды.
Мәрхүм чиновниктың элекке ирен 10 йылға иркенән мәхрүм иткәндәр. Һуңынан ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына 9 йыл да ун айға тиклем йомшартылғайны.