Хәүефһеҙлек
30 Сентябрь 2024, 16:45

Йән өшөтөрлөк хәл

Үҫмерҙәр күмәкләп бер ирҙе туҡмаған...

Йән өшөтөрлөк хәлЙән өшөтөрлөк хәл
Йән өшөтөрлөк хәл

28 сентябрҙә йәнде өшөтөрлөк хәл – Октябрьский ҡалаһында бер нисә үҫмерҙең күмәкләп бер ирҙе туҡмауы тураһында видеояҙма таралды.  Әле шул балаларҙың шәхесе асыҡланған.

Башҡортостан Тәфтиш идаралығының Октябрьский ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә күмәкләп ирҙе туҡмаған үҫмерҙәрҙе тотҡан.

Уларҙың өсәүҙенә 14 йәш, икәүһенә – 13-әр. Иргә 40 йәш.

Тикшереү фаразына ярашлы, йорт алдындағы ир малайҙарға иҫкәртеү генә яһаған. Был үҫмерҙәргә оҡшамаған, һәм улар күмәкләп иргә ташланған.

Әлеге ваҡытта ваҡиғаның барлыҡ ҡатнашыусылары менән тикшереү алып барыла. Зыян күргән иргә суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас