Бөгөн иртәнсәк Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылы янында “Лада Гранта” автомобиле юлдан ситкә сығып ауҙарылған. Мәғлүм булынса, транспорт сараһы Талас ауылы яғынан Стәрлетамаҡ ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 41 йәшлек водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була.
Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле водителдәр, бер ваҡытта ла ашыҡмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Онотмағыҙ: һеҙҙең ғүмер үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа!
Фото: @bash_gibdd