Хәүефһеҙлек
4 Октябрь 2024, 10:00

Баҫыуҙа трактор янып киткән

Был хәлдәр ғәҙәти күренешкә әйләнә бара.

Баҫыуҙа трактор янып киткәнБаҫыуҙа трактор янып киткән
Баҫыуҙа трактор янып киткән

Быйыл ямғырҙар туҡтамай яуыуы һөҙөмтәһендә, республиканың күпселек райондарында урып -йыйыу эштәре әлегә тиклем дауам ителә. Ошо көндәрҙә генә баҫыуҙарҙа бер нисә комбайндың янып китеүе хаҡында хәбәрҙәр булһа, кисә Бишбүләк районында баҫыу эштәре барышында трактор янып киткән. Был хәл район үҙәге менән Ерекле ҡасабаһы араһында булған. Механизатор зыян күрмәгән. Янғын һүндереүселәр утты һүндергән, уның тоҡаныу сәбәбен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе асыҡлаясаҡ.

Ялан батырҙарына техника менән иғтибарлы эш итергә, уның артыҡ ҡыҙып китеүенә юл ҡуймаҫҡа кәңәш ителә.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас