+21 °С
Болотло
Ейәнсурала айыу ауылға төшөп, һыйырҙарҙы тамаҡлаған
Аҡдәүләт ауылында бер нисә көн рәттән айыу һөжүм итә. Ошо көндәрҙә айыу бер ғаиләнең күҙ төбәп торған һыйырын тамаҡлаған.
Икенсе көнөнә ул йәнә ауыл уртаһындағы хужалыҡтарҙың береһенә инеп, тағы бер һыйырҙы ботарлаған.
- Үткән төн булған хәл. Айыу кәртәгә инеп һыйырҙы талаған, ҡалған мал ҡасып сыҡҡан. Иртә таң менән малҡайҙы салып алдыҡ, тип хәбәр итә Аҡдәүләттән Биктимер ағай.
“Йәшлек” гәзитенән.