Алдаҡсы әҙәмдәр күп осраҡта актуаль булған мәғлүмәт менән мөрәжәғәт итә, йыш ҡына ҡулланылған хеҙмәттән тип шылтырата.
Уларҙың схемаһы
Әгәр ҙә исемегеҙҙе дөрөҫләтергә теләһәләр, үҙегеҙ уларҙың исем-шәрифен, ҡайһы банк йә ойошманан икәнлеген белешегеҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мут әҙәмдәрҙең маҡсаты – паролдәрегеҙҙе белеү һәм шәхси мәғлүмәттәрегеҙгә эйә булыу.
СМС һәм PUSH -хәбәр итеү кодын, картаның пин-кодын, CVC\CVV-кодты (картаның артындағы өс һан), банк ҡушымтаһының логин һәм паролен бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Һеҙгә ебәрелгән һылтанмаларға үтеп инмәгеҙ – ул мутлашыуға бәйле ялған сайт булыуы ихтимал.
Проблема тураһында ҡайҙа хәбәр итергә?
Рәсәй Банкы - 300 йәки Рәсәй төбәктәре өсөн түләүһеҙ 8-800-300-30-00 телефон һандары.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары - 102 йәки 8-800-222-74-47 ҡыҙыу линияһы.
Рәсәй Социаль фонды – төбәк социаль фондтың ҡыҙыу телефон һандары.
Һалым хеҙмәте - 8-800-222-2222 ҡыҙыу линияһы.