39 йәшлек ир Сибай ҡалаһының Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығына мөрәжәғәт итә. Иргә билдәһеҙ берәү шылтырата. Әңгәмәсе үҙен хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре булараҡ таныштыра һәм мутлашыусыларҙың уның шәхси мәғлүмәттәренә эйә булыуын һәм әлеге ваҡытта кредитты раҫлау өсөн ғаризалар ебәреүен белдерә.
Шул уҡ ваҡытта банктың ялған хеҙмәткәренән дә шылтыратыу булған, ул алдағы шылтыратыусының мәғлүмәтен раҫлаған. Мутлашыусылар иргә әлеге хәлдән сығыу юлын тәҡдим итә — хәүефһеҙ иҫәп асырға. "Белгестәргә" ышанып, ғариза биреүсе мутлашыусыларға 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.
Уҡыу йортоноң 53 йәшлек хеҙмәткәре 6-сы полиция бүлегенә мутлашыусыларҙан зыян күреп ғариза яҙған. Ҡатын әйтеүенсә, социаль селтәрҙәрҙең береһендә ул өҫтәмә эш тураһында иғлан күреп ҡалған һәм анкета ҡалдырған. Бер-ике минуттан һуң уға инвестиция компанияһы хеҙмәткәре шылтырата, ул аҡса эшләүҙең ысулы тураһында һөйләй һәм ғариза биреүсегә тәүге транзакцияларын яһарға ярҙам итә. Бер ай эсендә уҡытыусы кредит фондтарына ике миллион һумдан ашыу суммаға аҡса һалған, әммә дивидендтар алмаған.
Күмертау ҡалаһында йәшәүсе 60 йәшлек ир полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә. Уға тәүҙә «Мегафон» мобиль компанияһы операторынан шылтыратыу килгән. Ялған хеҙмәткәр SIM-картаның мөҙҙәте тамамланыуы һәм уны артабан ҡулланыу өсөн оҙайтыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Гражданин үҙенең смартфонына дистанцион инеү мөмкинлеген биргән. Бының менән файҙаланып, мутлашыусылар ирҙең исеменә 500 мең һум кредит ала һәм аҡсаны үҙҙәренең иҫәбенә күсерә. Артабан нәфселәре шашып, тағы 1,5 миллион һум сумманы алыу өсөн сираттағы кредит һорап мөрәжәғәт итергә маташа, әммә был операцияны банк кире ҡаға.
Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: сит кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Полиция хеҙмәткәрҙәре, банктан йәки мобиль компаниянан шылтыратҡан осраҡта мәғлүмәтте раҫлауҙарын һорағыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда уяу булығыҙ. Шикле һылтанмалар һәм раҫланмаған сайттарға инмәгеҙ. Уяу булығыҙ, мутлашыусыларҙың хәйләләренә бирешмәгеҙ.
Фото: https:pressaufa.ru