Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр шәхси йортто һүндергәндә ир кәүҙәһен тапҡан.
Кисә Баймаҡ ҡалаһында 8х10 метрлыҡ бүрәнә йорт янып киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы ла янғында кеше ғүмерҙәре өҙөлә. 88 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.
Ваҡиға урынында тикшереү -оператив төркөмө эшләй, улар янғын сәбәптәрен өйрәнә.
Көндәрҙең кинәт һыуытып ебәреүе сәбәпле, күп йорттарҙа йылытыу приборҙары ҡуйыла, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Шулай уҡ тәмәкене һүндермәйенсә ташламағыҙ, бүлмәлә тәмәке тартмағыҙ, электр ҡорамалдарын файҙаланғанда һәм мейес яҡҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Ут хаталарҙы ғәфү итмәй.
Фото: "Башинформ"