Хәүефһеҙлек
14 Октябрь 2024, 05:00

Өләсәй һәләк булған

Фажиғәле хәл Салауат районында теркәлгән.

Өләсәй һәләк булғанӨләсәй һәләк булған
Өләсәй һәләк булған

Кисә Салауат районының Мөрсәлим ауылында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр шәхси йортто һүндергәндә 86 йәшлек ҡатындың кәүҙәһен тапҡан.

"Ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡлаған ағас йортто һүндереүгә бөтәһе өс берәмек техника һәм туғыҙ кеше йәлеп ителгән.

Ваҡиға урынында тикшереү-оператив төркөмө эшләй, улар янғын сәбәптәрен өйрәнә.

Көндәрҙең кинәт һыуытып ебәреүе сәбәпле, күп йорттарҙа йылытыу приборҙары ҡуйыла, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Шулай уҡ  тәмәкене һүндермәйенсә ташламағыҙ, бүлмәлә тәмәке тартмағыҙ, электр ҡорамалдарын файҙаланғанда һәм мейес яҡҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Ут хаталарҙы ғәфү итмәй.

Фото: телеграм.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас