Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфөлә әле һаман март аҙағында Ағиҙелдә юғалған үҫмерҙе таба алмайҙар. Башҡортостанда Дамир Әҙеһәмовтың юғалыуына 200 көн тулды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, малайҙар йылға буйында марттың һуңғы көндәрендә ғәйеп булғайны. Уларҙы полиция, ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар эҙләне. Малайҙар Ағиҙел буйында юғалғас, эҙләү ҙә һыуҙан башҡарыла.
Икенсе малайҙы – Павел Паличевты 26 майҙа Еңеү паркында Дежнев баҫҡысы янында эҙләүҙең 58-се көнөндә тапҡайнылар. Ә Дамир һаман юҡ.
Ләкин ваҡыттың күп үтеүенә ҡарамаҫтан, Дамирҙы онотоусы юҡ, уны эҙләргә көн һайын сығалар. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, кисә улар малайҙы эҙләп катерҙа йәнә 16 километр йөрөгәндәр. Шулай уҡ бер юлы яр буйы ла тикшерелә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, эҙләү Дамирҙы тапҡансы туҡтатылмаясаҡ.