+21 °С
Болотло
Башҡортстанда һыу эсендә ир кәүҙәһен тапҡандар. Ул Ҡалтасы районынан 63 йәшлек балыҡсы булып сыҡҡан.
Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ир йылға буйына балыҡ тоторға тип киткәне бирле бәйләнешкә сыҡмаған.
Урынға килгән полицейскийҙар ярҙа резина кәмәне генә күрә.
Бөгөн иртән ирҙең һәләк булыуы билдәле булған, уны һыуҙа тапҡандар.
Фото: “Башинформ”.