Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Октябрь , 17:30

Мөхәббәтен эҙләгән ир енәйәтселәргә эләккән

Башҡортостанда йәшәүсе мутлашыусыларға биш миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Мөхәббәтен эҙләгән ир енәйәтселәргә эләккән
Мөхәббәтен эҙләгән ир енәйәтселәргә эләккән

Өфө ҡалаһының 3-сө полиция бүлегенә 37 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул танышыу сайтында теркәлгәндән һуң, анкетаһына бер ҡыҙ яуап бирә. Аралашҡан ваҡытта “мөхәббәте”нең биржала инвестициялау менән шөғөлләнгәнен белеп ҡала. Ҡыҙ иргә ошо рәүешле аҡса эшләргә тәҡдим иткәс, ул оҙаҡ уйлап тормай ризалаша. Тиҙҙән яңы танышы биржа буйынса “белгес” менән таныштыра. Мутлашыусы иргә бер нисә ҡушымтаны үҙенә алып, махсус иҫәпкә аҡса күсерергә ҡуша.

Иртәгәһенә иргә тағы ла шылтыраталар, һәм “тәжрибәлерәк белгес” менән һөйләшергә тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә ул иргә аҡса эшләү буйынса бер нисә “ҡыҙыу” тәҡдим тураһында һөйләй. Ир, еңел аҡса эшләргә теләп, өс миллион һумға яҡын кредит рәсмиләштерә һәм аҡсаны билдәһеҙ иҫәпкә күсерә. “Белгес” оҙаҡламай терминалдағы аҡса иҫәпкә күскән тип ышандыра. Килемде сығарыу өсөн, иргә махсус ҡушымтаға инеп, банк картаһының номерын яҙырға кәрәк була. Тик һуңғараҡ “менеджер” шылтыратып, карта номерын яҙғнада хата китеүен һәм шуға ла аҡсаны системанан сығарып булмаясағын хәбәр итә. Проблема тураһында аралашҡас, Өфөлә йәшәүсе ҡатынын ышаныслы вәкил итеп тәғәйенләргә ҡарар итә.

Тормош иптәше иренә системанан аҡсаһын сығарышырға риза була. Процедура ваҡытында паспорт һәм банк ҡушымтаһы кәрәк була, тип хәбәр итә ялған менеджер. Ҡатын ҡушымтаны асҡас, ни өсөн кредит иҫәбен асырға кәрәклеге тураһында ҡыҙыҡһына. Тик аферист был процедураның кредит рәсмиләштереү түгел, ә ни бары аҡсаны сығарыу өсөн иҫәп асыу процесы булыуы тураһында һөйләй.

Һөҙөмтәлә ул ике миллион һумдан ашыу кредит ала һәм мутлашыусыларға күсерә. Сираттағы аҡсаны күсергәндә, банк ҡатындың әүҙемлегенә шикләнеп, уның иҫәбенә блок ҡуя. Артабан аҡсаны иҫәпкә күсереүҙә ярҙам һорап, ирле-ҡатынлы туғандарына мөрәжәғәт итә. Ҡатын ризалаша һәм ул да мутлашыусыларға ике миллионға яҡын аҡса күсерә. Һөҙөмтәлә ғаилә алты миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.

Икенсе осраҡта Өфөлә йәшәүселәр үҙ аҡсаларын һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән. 8-се полиция бүлегенә 70 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул ҡаланың меицина учреждениеларының береһендә эшләй. Месенджерҙарҙың береһендә ҡатынға баш табип урынбаҫарынан хәбәр килә. Ялған белгес ҡатындың иҫәбенә яңылыш аҡса күсереүҙәрен хәбәр итә һәм банк иҫәбе күсермәһен һорай.

“Етәксегә” ышанып, ҡатын ҡушылғандарҙы үтәй башлай. Артабан уға йәнәһе лә хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банк хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу килә. Улар ҡатынды, иҫәбендәге миллионды ҡулаҡсаға әйләндерер өсөн, кредит рәсмиләштерегә күндерә. Һөҙөмтәлә ҡатын банкка мөрәжәғәт итә, әммә уға кредит бирмәйҙәр. Иртәгәһенә ҡатын нчальнигы менән аралашҡанда, мутлашыусылар менән әңгәмә алып барғанын аңлай. Шулай итеп, ҡатын ике миллион һумдан ашыу аҡсаһын һаҡлап ҡала.

Икенсе осраҡта 71 йәшлек ҡатынға банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре шылтырата. Шылтыратыусылар ҡатындың исеменә кредит рәсмиләштереүгә ғариза биреүҙәре тураһында хәбәр итә. “Белгестәр” клиентының ғариза ебәрмәүе тураһында ишеткәс, булған аҡсаһын юғалтмаҫ өсөн хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә ҡуша. Шул ваҡыт пенсионер мутлашыусылар менән һөйләшеүен аңлай һәм бәйләнеште өҙә. Һөҙөмтәлә ул 700 мең һум аҡсаһын һаҡлап ҡала.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә: тиҙ табыш алыу тураһында хәйләләргә юл ҡуймағыҙ. Тик мутлашыусылар ғына күп аҡса вәғәҙәләй. Һаҡ булығыҙ һәм шикле схемаларға ышанмағыҙ!

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Мөхәббәтен эҙләгән ир енәйәтселәргә эләккән
Мөхәббәтен эҙләгән ир енәйәтселәргә эләккән
Мөхәббәтен эҙләгән ир енәйәтселәргә эләккән
Мөхәббәтен эҙләгән ир енәйәтселәргә эләккән
Мөхәббәтен эҙләгән ир енәйәтселәргә эләккән
Мөхәббәтен эҙләгән ир енәйәтселәргә эләккән
Мөхәббәтен эҙләгән ир енәйәтселәргә эләккән
Мөхәббәтен эҙләгән ир енәйәтселәргә эләккән
Мөхәббәтен эҙләгән ир енәйәтселәргә эләккән
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: