Хәүефһеҙлек
25 Октября 2024, 10:00

Әсәй менән бәләкәй балалар үтә ауыр хәлдә

Дүрт йәшлегенең хәле ныҡ ауыр тип баһалана... Иҫән генә булһындар инде. 

Әсәй менән бәләкәй балалар үтә ауыр хәлдәӘсәй менән бәләкәй балалар үтә ауыр хәлдә
Әсәй менән бәләкәй балалар үтә ауыр хәлдә

Кисә Раевка – Стәрлетамаҡ юлында, Әлшәй районының Ураҙмәт ауылы янында авария теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, “Лада Гранта” автомобиленең 30 йәшлек водителе идара итеү һәләтен юғалтып, канауға осҡан, машина ауған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә өс кеше – 28 йәшлек ҡатын менән дүрт һәм ете йәшлек ике бала зыян күргән. Улар Стәрлетамаҡ ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә уларҙың хәле тураһында һөйләнеләр. Ҡатын һәм ете йәшлек бала ауыр хәлдә ята, ә дүрт йәшлек сабыйҙың хәле бик ауыр, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Уларҙың һауығыуҙарын теләйбеҙ. 

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас