Хәүефһеҙлек
26 Октябрь 2024, 05:25

Белорет юлдарында һаҡ булығыҙ

Районда урыны менән ҡар яуған

Белорет юлдарында һаҡ булығыҙБелорет юлдарында һаҡ булығыҙ
Белорет юлдарында һаҡ булығыҙ

Бынан ары аяҙ һәм йылы көндәр булмаҫ инде - ҡыш яҡынлаша. Бөгөн төндә республиканың күп райондарында яуым-төшөм, урыны менән томан булды. Белорет районында иһә Уралтау тауында ҡар яуған. Шуға ла Белорет - Абҙаҡ юлында айыуса һаҡ булығыҙ.

Төндәрен һыуытһа, юлдарҙа боҙлауыҡ хасил буласаҡ, шуға ла автомобилегеҙҙең тәгәрмәстәрен алмаштырмайынса юлға сыҡмағыҙ.

Бындай һауа торошо ваҡытында тиҙлекте арттырмау хәйерле. Ғөмүмән, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!

Фото: скриншот. 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас