Салауат ҡалаһы полицияһына бик ныҡ тулҡынланған ҡатын шылтыратып, бер ханымдың сауҙа үҙәге эргәһендә мутлыҡ ҡылыусыларға аҡса күсерергә йыйыныуы тураһында хәбәр иткән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар урынға килеп еткәнсе, һиҙгер Нурзилә Юлмиева алдаҡсылар йәтмәһенә эләккән ҡатынды бер минутҡа ла үҙен генә яңғыҙ ҡалдырмай. Уға төрлөсә юлдар менән аҡса ебәрергә ҡамасаулай, банкомат төймәһенә баҫҡылап, һуңғы секундта операцияны туҡтата.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатынға уның мут кешеләр ҡармағына эләккәнен аңлатырға тырыша, тик ул дәлилдәрҙе тыңларға ла теләмәй, үҙенә енәйәт эше асыуҙары ихтималлығы менән ҡурҡыуға төшкән була.
Аҙаҡ шул билдәле була: 56 йәшлек ҡатынға, имеш, персональ мәғлүмәттәрҙең таралыу факты буйынса тикшереү тураһында етәксенән хәбәр килә. Ялған етәксе ҡатын менән “куратор” бәйләнешкә инеп, инструкция бирәсәген белдерә. Иртәгәһенә “куратор“ шылтыратып, уның банк иҫәбенән сит илгә аҡса күсерергә маташҡандарын әйтә. Шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре шылтыратып, был факт буйынса енәйәт эше асылғанын һәм ҡатындың тикшереү барышында мәғлүмәттәрҙе асҡаны өсөн яуаплылыҡ күтәрәсәге тураһында белдерә. Иң аҙаҡтан Росфинмониторинг хеҙмәткәре “консультация” бирә. Уның әйтеүе буйынса, банктарҙың береһендә, имеш, ҡатынға ике миллион һумлыҡ кредитҡа заявка бирелгән. Заявканы кире ҡағыу өсөн шул уҡ суммаға кредит алырға һәм башҡа иҫәпкә күсерергә кәрәк... Тап ошо мәлдә ҡатын икеләнә башлай, әммә шул уҡ “хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре” шылтыратып, хәҙер тентеү менән өйөнә киләсәктәрен белдереп, енәйәт эше асыу менән ҡурҡытып, башын әйләндерә. Иртәгәһенә ҡатын банкка кредит алырға бара, әммә был ҡәҙәре сумманы уға биреүҙән баш тарталар. Шул саҡта алдаҡсы “консультант” ярты миллион һумлыҡ кредит алырға ышандыра. Ошо аҡсаны ул алдаҡсылар атаған иҫәпкә күсерергә тейеш була. Бәхеткә ҡаршы, уның юлында ҡыйыу һәм һиҙгер Нурзилә Юлмиева осрай.
Нурзиләнең гражданлыҡ позицияһы, кеше бәләһенә битараф булмауы иғтибарһыҙ ҡалманы. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Борис Машин уға Рәхмәт хатын тапшырҙы.