Был турала "ЛизаАлерт" ирекмәндәре хәбәр итә.
Өфөлә 12 йәшлек Тимур Рәхимов юғалған. Билдәле булыуынса, үҫмер бөгөн УМПО-ның 39-сы коллектив баҡсаһында ғәйеп булған. Малай яҡындары менән бер нисә сәғәт бәйләнешкә сыҡмай. Баланы эҙләүҙә ярҙам итеүҙә ирекмәндәрҙе саҡыралар.
Тимурҙың билдәләре: буйы 159 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, һоро күҙле. Ҡара төҫтә куртка, ошо уҡ төҫтә салбар һәм ботинкалар кейгән булған.
Әгәр ҙә һеҙ малайҙың ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 112 йәки 8-800-700-54-52 һандары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото: ЛизаАлерт.