Хәүефһеҙлек
31 Октябрь 2024, 13:15

Террорға ҡаршы комиссияның ултырышы уҙҙы

Уны Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

Террорға ҡаршы комиссияның ултырышы уҙҙыТеррорға ҡаршы комиссияның ултырышы уҙҙы
Террорға ҡаршы комиссияның ултырышы уҙҙы

Унда видеоконференция режимында Башҡортостандың ҡала һәм район башлыҡтары ҡатнашты.

Көн тәртибендә террор күренештәрҙе иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы тороу мәсьәләләре (шул иҫәптән муниципаль кимәлдә) тикшерелде.

– Хәүеф арта барған шарттарҙа беҙҙән терроризмға ҡаршы тороусы бөтә субъекттарҙың хәлдең киҫкенләшеүенә яуап бирергә тулыһынса әҙер булыуы талап ителә. Был айырыуса муниципаль кимәлгә ҡағыла, – тине Радий Хәбиров. – Сараларҙың һөҙөмтәлелеге туранан-тура урындағы үҙидара органдарының һәм муниципаль берәмектәрҙең террорға ҡаршы комиссияларының системалы иҫкәртеү эшмәкәрлегенә бәйле.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ милләт-ара һәм конфессия-ара конфликттарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара эш итеүҙе ойоштороуҙың мөһимлеген билдәләне.

Ултырышта ҡатнашыусылар террорҙы иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара эш итеү тәртибен, шулай уҡ был эштә ҡатнашҡан белгестәрҙең һөнәри әҙерлеген күтәреү мәсьәләләрен билдәләне.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас