Хәүефһеҙлек
1 Ноябрь 2024, 11:30

Азамат ике яҡташын ҡотҡарған

“Рәхмәт, туған! Ни теләйһең – шуны һора”, - ти уларҙың улдары ҡыйыу егеткә.  

Азамат ике яҡташын ҡотҡарғанАзамат ике яҡташын ҡотҡарған
Азамат ике яҡташын ҡотҡарған

Ейәнсура районының Яңы Петровка ауылында төн уртаһында ҡурҡыныс янғын була: оло йәштәге Людмила һәм Сергей Локтевтарҙың йорто янып китә.

Күрше ауыл егете Азамат Халиҡов үҙенең машинаһында бер егетте ошо ауылға алып килгән була. Ялҡын ялмаған йортто күргәс тә хужаларҙы уятыу өсөн пассажиры менән тәҙрәләрҙе, йорт стенаһын туҡылдата башлайҙар. Шул арала күрше йорттағыларҙы ла уяталар.

Йорт хужаһы Сергей Локтев тәҙрә аша үҙаллы тышҡа сыға, ә бына ҡатыны Людмила иҫтән яҙған була. Оло йәштәге ир, саҡ ҡына хәл алғас, ҡатынын алып сығыу маҡсатында тағы инеп ҡарай, әммә хәле бөтөп, кире сыға. Егеттәргә уны хатта тәҙрә аша тартып алырға тура килә. Шул саҡ янған йортҡа Азамат үҙе инергә ҡарар итә һәм хырылдаған тауыш буйынса ҡатынды табып, алып сығыуға өлгәшә.

Локтевтарҙың йорт-ҡаралтыһынан бер нимә лә ҡалмай: өй, гараж, мунса, машина – барыһы ла янып юҡҡа сыға.

Әлеге ваҡытта Сергей Локтев сәләмәтлегенә зарланмай, ә бына ҡатыны Людмиланы “Ашығыс ярҙам” менән Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатырға тура килгән.

Локтевтарҙың улы Денис күрше ауылда йәшәй. Ул ҡыйыу егет Азаматҡа рәхмәт әйтеп бөтә алмай.

- Рәхмәт, туған! Ни теләйһең – шуны һора. Һинең өсөн барыһын да эшләйем. Әгәр һин булмаһаң, әлеге мәлдә атайым да, әсәйем дә булмаҫ ине. Рәхмәтемдең сиге юҡ! – ти ул ата-әсәһен ҡотҡарыусыға.

Денис Азаматты янғындан һуң бер-ике көн үткәс барып таба, сөнки ул ҡурҡыныс төндәге мәхшәрҙә кемдең кем икәнен дә белешеү мөмкинлеге булмай. Улы тиҙерәк әсәһен дауаханаға оҙатыу хәстәрен күрә, ә Азамат янғын һүндереүселәргә ярҙам итешә. Берҙәм көс менән күршеләрҙең йортон янғындан һаҡлап алып ҡалалар.

Ейәнсура халҡы ҡыш алдынан урамда ҡалған Локтевтарға ярҙам йыйыу эшен башлаған. Был эшкә теләге булған һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.

Сығанаҡ: https://vk.com/public60262717 (“Зианчуринские зори”)

һәм https://www.ufa.kp.ru/daily/27654/5004809/

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас