Хәүефһеҙлек
2 Ноябрь 2024, 15:05

Бөгөн төндә һаҡ булығыҙ!

Тәбиғәт беҙгә һынауҙар ебәреүен дауам итә

Бөгөн төндә һаҡ булығыҙ!Бөгөн төндә һаҡ булығыҙ!
Бөгөн төндә һаҡ булығыҙ!

Бөгөн кис һәм 3 ноябрҙә төндә Башҡортостанда көслө ел иҫәсәк, тиҙлеге секундына 25-27 метрға етеүе көтөлә.

Шулай уҡ сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

  • электр тапшырыу линиялары, ағастар, реклама таҡталары һәм конструкциялар янында тормағыҙ. Улар янына машина ҡуймағыҙ, был хәүефле булыуы мөмкин.
  • руль артында бик һаҡ һәм уяу булығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, тайғаҡ юлдарҙың төп үҙенсәлеге – тормоз юлы арта һәм машина йөрөткәндә боролоштарҙа һырғалау хәүефе янай. Тиҙлек режимын үтәгеҙ, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм уҙып китеү ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ.

Фото: скриншот.

Видеояҙма: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас