Хәүефһеҙлек
2 Ноябрь 2024, 07:15

"Иптәштәр, Белорет яғына юлға сыҡмағыҙ!" - тип иҫкәртәләр

Елмерҙәктә тығын барлыҡҡа килгән. Унда етди авария...

"Иптәштәр, Белорет яғына юлға сыҡмағыҙ!" - тип иҫкәртәләр"Иптәштәр, Белорет яғына юлға сыҡмағыҙ!" - тип иҫкәртәләр
"Иптәштәр, Белорет яғына юлға сыҡмағыҙ!" - тип иҫкәртәләр

Республиканың күп райондарында ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Әлбиттә, был юлдарҙағы хәлдәрҙең киҫкенләшеүенә килтерҙе, айырыуса Белорет районында хәл ҡатмарлы тора.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә кисен Өфө - Инйәр - Белорет юлының бер участкаһы йөк автомобилдәре өсөн ябылғайны. Бөгөн дә был юлдарҙа хәл шәптән түгел - Елмерҙәктә тығын барлыҡҡа килгән, бар транспорт тора. Шуға ла был тарафтарға юлға сыҡҡан юлсылар башҡаларға Белорет яҡтарына сәфәргә сыҡмай торорға кәңәш итә.

"Иптәштәр, Белорет яғына сыҡмағыҙ. Ҡәйнә теле (Елмерҙәк) тора, ҙур тығын барлыҡҡа килгән. Унда етди авария", - тигән иҫкәртеү килде.

Алдағы көндәрҙә лә һауа торошонда үҙгәрештәр көтөлмәй - ҡар яуасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ, һырынты буласаҡ. Шуға ла алыҫ юлға сыҡмау хәйерле. 

Ялдарығыҙ матур үтһен!

Фото: скриншот.

Видеояҙма ватсаптағы төркөмдән алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас