Хәүефһеҙлек
3 Ноябрь 2024, 13:10

Атаһы ҡотҡарырға маташҡан, тик...

Ҡот осҡос янғында 10 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө

Атаһы ҡотҡарырға маташҡан, тик...Атаһы ҡотҡарырға маташҡан, тик...
Атаһы ҡотҡарырға маташҡан, тик...

Бөгөн Ҡыйғы районы Ибрай ауылындағы бер йортта янғын сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, был ваҡытта өйҙә ике игеҙәк ҡыҙ үҙҙәре генә ҡала. Уларҙың ата-әсәһе һәм тағы ике бала күршеләренә киткән була. Янғын сыҡҡас та, ҡыҙҙарҙың береһе өйҙән сығып өлгөрә һәм атаһын ярҙамға саҡыра. 41 йәшлек ғаилә башлығы ҡыҙын ҡотҡарырға тырыша, әммә янғын, төтөн эсендә уны таба алмай. Шул уҡ ваҡытта ир көслө бешеү ала һәм ауыр хәлдә реанимацияға оҙатыла.

Һуңғараҡ янғын урынында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған ҡыҙҙын кәүҙәһе табыла...

Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото:МЧС.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас