Бөгөн, 3 ноябрҙә, Туймазы районындағы М-5 “Урал” трассаһында үлемесле авария булған.
Көндөҙгө сәғәт өс тирәһендә трассаның 1306-сы километрында 72 йәшлек водитель, “УАЗ Патриот” автомобиле менән идара итеп, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм ҡапма-ҡаршы “Ока” менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бәләкәй литражлы автомобилдең 68 йәшлек водителе урында һәләк булған, уның 12 һәм 65 йәшлек пассажирҙары дауаханаға оҙатылған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр республика дәүләт автоинспекцияһынан.
Яуа башлаған ҡар һәм урыны менән булған боҙлауыҡ республикала авариялар һанын арттырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда кешеләр ҙә үлә. Миҙгелдәр алмашҡан мәлдә юл йөрөү айырыуса хәүефлегә әйләнә, ҡағиҙәләрҙе боҙмай, тиҙлекте арттырмай йөрөһәгеҙ ине.
Фото: ГАИ.