Хәүефһеҙлек
5 Ноябрь 2024, 15:15

Урман янғындары ныҡ кәмене

2024 йылда республика урмандарында янғын сығыуҙар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 97 тапҡырға – 3,4 меңдән 35 гектарға тиклем кәмегән.

Урман янғындары ныҡ кәменеУрман янғындары ныҡ кәмене
Урман янғындары ныҡ кәмене

2024 йылда республика урмандарында янғын сығыуҙар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 97 тапҡырға – 3,4 меңдән 35 гектарға тиклем кәмегән. Ә уларҙың дөйөм һаны 156-нан 15-кә тиклем кәмегән. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов хәбәр итте.

– Янғындың төп сәбәбе халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, – тип билдәләне Марат Шәрәфетдинов. – Шуның менән бергә янғындарҙың 100 процентын тәүге тәүлектә үк һүндереп булды.

Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, уртаса һауа шарттары менән бер рәттән комплекслы иҫкәртеү саралары ярҙамында тотороҡло хәлде һаҡлап ҡалып булды. Улар урман биләмәләренә йыһандан мониторинг үткәреүҙе, авиацияла һәм ерҙән патруллек итеүҙе, шулай уҡ “Урманды һаҡлаусы” системаһы камералары аша ситтән тороп күҙәтеүҙе үҙ эсенә ала.

2025 йылдың янғын хәүефе миҙгеле башланыуға өҫтәмә 10 “Урман һағы” комплексын ҡуйырға ниәтләйҙәр, тип өҫтәне Марат Шәрәфетдинов.

2024 йылда дөйөм тәбиғи янғындар һаны ла кәмене. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов һөйләне. Янғындар һаны биш тапҡырға – 378 осраҡҡа тиклем кәмегән, уларҙың майҙаны 22 тапҡырға – 191 гектарға тиклем кәмегән.

- Тәбиғи характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү өсөн республика территорияһында 35 меңләп кеше һәм 9,5 мең берәмек техника әҙерлек хәлендә булды. Улар иҫәбендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 3,7 мең хеҙмәткәре бар, - тип билдәләне Марат Латипов.

Тәбиғәт янғындарын һүндереүгә 765 белгес һәм 130 берәмек техниканан торған төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты бүлексәләре лә йәлеп ителгән. Атап әйткәндә, Ка-32 янғын-ҡотҡарыу вертолеты янғынды мониторинглау һәм һүндереү буйынса бер нисә рейд яһаған.

Профилле ведомстволар етәкселәре республика етәкселегенә яңы ҡотҡарыу техникаһы һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы ведомство коллективтарына һәм бүлексәләрҙең шәхси составына оператив эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ 2025 йылғы янғын хәүефе миҙгеленә көстәрҙе һәм сараларҙы алдан әҙерләү кәрәклеген билдәләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас