Бөгөн көндөҙ М-5 трассаһында, Силәбе өлкәһенең Усть-Ҡатау ҡалаһына етмәҫ урында ҡот осҡос авария булған. Унда дүрт автомобиль, шул иҫәптән ике фура бәрелешкән. Фотонан күренеүенсә, бәрелеш бик көслө булған, уның һөҙөмтәһендә ҙур йөк машиналарының береһе уртаға бүленгән, икенсеһе янған, ә бөтә юл автомобиль емереклектәре менән ҡапланған.
Хәбәр ителеүенсә, әлегә ике кешенең һәләк булыуы билдәле. Урында ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Әлеге ваҡытта махсус хеҙмәттәр юлда хәрәкәтте тергеҙергә тырыша.
Юлдың был өлөшө Башҡортостанға бик яҡын. Әгәр тығынды ваҡытында бөтөрә алмаһалар, уның шауҡымы беҙҙең республика биләмәһенә лә етәсәк. Ул яҡҡа барғандар, картаны ҡарап, юлдағы хәлде баһалап сығығыҙ.
Ғөмүмән, юлда ипле булырға, тиҙлекте һаҡларға кәңәш итәбеҙ. Беҙҙе өйҙә көтәләр.
Фото: Силәбе өлкәһе буйынса МЧС.