Алдағы тәүлектә Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана. 10 ноябрҙә елдең секундына 22 метр тиҙлектә иҫеүе, боҙлауыҡ булыуы, епшек ҡар ятыуы, боҙло ямғыр яуыуы көтөлә. Республикала урыны менән буран. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 3 градус һалҡын, тип хәбәр итә Башгидромет.
Артабанғы көндәрҙә һауа температураһы төндә 4-9 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда 14 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ -1,-6 градус булыуы көтөлә.
Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы арҡаһында М-5 “Урал” федераль трассаһында Силәбе өлкәһе йүнәлешендә 1539 километрҙан хәрәкәт ҡыйынлашҡан, Өфө-Инйәр-Белорет юлының 118-се километрында реверсив хәрәкәт ойошторолған. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте.
Ул водителдәрҙе юлда һаҡ һәм иғтибарлы булырға саҡырҙы. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автомобиль юлдарының проблемалы участкаларында эшләй, автомобиль тығындарын булдырмау өсөн бөтә саралар күрелә.
Фото: Башинформ.