Башҡортостанда һауа торошо боҙолоп, юлдар ябылған мәлдә, башҡа төбәктәрҙә лә хәлдәр шәптән түгел. Ханты-Мансы автономиялы округынан ауыр хәбәр килде.
Кисә Сорғот ҡалаһына табан китеп барған юлда, Р-404 трассаһының 28+100-сө километрында ҡурҡыныс авария булған. “Рено” автомобиле водителе юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡан һәм “МАЗ” йөк машинаһына бәрелгән.
Көслө бәрелештән һуң еңел автомобиль юлдан осҡан. Фотоһүрәттә күренеүенсә, машинаның номерҙары Башҡортостандыҡы. Хәбәр ителеүенсә, уның эсендә ултырған өс кеше һәләк булған, берәүһе ауыр йәрәхәттәр алған.
Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәре һәм кешеләрҙең шәхесе асыҡлана.
Һауа торошо насар ваҡытта, артыҡ кәрәк булмаһа, юлға сыҡмау хәйерлерәк. Юғиһә ошондай ҡурҡыныс эҙемтәләр булыуы ихтимал.
Фото: "БашДТП" телеграм-каналы.