Ошо көндәрҙә Ханты-Манси автономиялы округында, Сорғот ҡалаһына етеп барған ерҙә ҡурҡыныс авария булыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Фотоларҙан күренеүенсә, йөк машинаһы менән аварияла Башҡортостан номерҙары тағылған автомобиль эләккән ине. Ул саҡта өс кешенең һәләк булыуы һәм берәүһенең дауаханаға эләгеүе тураһында яҙғайныҡ.
Әле һәләк булған кешеләрҙең кемлеге асыҡланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ысынлап Башҡортостан кешеләре булып сыҡты. Һәм тағы ла үкенеслерәге: аварияла өс түгел, ә дүрт кеше, тотош ғаилә һәләк булған. Дүртенсе кеше, ғаилә башлығы дауаханала йән биргән.
Улар – Стәрлетамаҡта йәшәгән И-лар ғаиләһе. Ғаилә ике ул үҫтергән, ҙурына – 15, бәләкәйенә алты йәш булған. Әсәй кеше тәрбиәсе булып эшләгән. Ғаиләнең социаль селтәренән күренеүенсә, улар әүҙем тормош алып барған, бергәләп сәйәхәт итергә яратҡан.
Ҡот осҡос ҡайғы. Бер мәлдә тотош ғаилә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Зинһар, юлда иплерәк йөрөйөк!
Беҙ туғандарын, яҡындарын юғалтҡан ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Сабырлыҡ теләйбеҙ.
Шулай уҡ асыҡланыуынса, ғаилә башлығының да, уның ҡатынының да ата-әсәләре иҫән түгел. Әлеге ваҡытта туғандары уларҙы ерләү өсөн Башҡортостанға алып ҡайтырға тырыша, ләкин бының сығымдары ҙур. Шуға күрә туғандары, ауылдаштары ярҙам йыйыу иғлан иткән. Әгәр ярҙам итергә теләһәгеҙ ошо номер буйынса 89270891744 (Зөбәржәт һеңлеһе) шылтырата алаһығыҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.