Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республикала автомобиль юлдарын тәртиптә тотоуға әҙерлек тикшерелде.
Был эшмәкәрлекте координациялау, оператив хәлде мониторинглау һәм ҡатмарлы һауа шарттарына тиҙ арала иғтибар итеү өсөн БР Юл хужалығы идаралығының ситуация үҙәге, диспетчер хеҙмәттәре һәм подряд ойошмалары тәүлек әйләнәһенә эш ойошторҙо. Был хаҡта республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова хәбәр итте.
23 мең километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарында ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 1,2 мең самаһы берәмек техника йәлеп ителә. Бынан тыш, 113 мең тонна боҙлауыҡҡа ҡаршы материал әҙерләгәндәр. Ә федераль юлдарҙың 797 километрында 176 берәмек техника эшләйәсәк.
– Хәрәкәтте сикләү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә, Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының, Юл хужалығы идаралығының рәсми сайттарында, шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларында урынлаштырыла, – тип билдәләне Любовь Минакова.
Башҡортостан Башлығы төбәктә индерелеүсе яңы юлдарҙы тәртиптә тотоу буйынса саралар комплексын ғәмәлгә ашырыу кәрәклегенә иғтибар итте. Атап әйткәндә, һүҙ республиканың төньяҡ-көнсығышында Бөрө-Тастүбә-Һатҡы трассаһы хаҡында бара.
– Беҙ ошо юлды юридик яҡтан рәсмиләштереүҙе тамамлайбыҙ. Шуныһы яҡшы: беҙ уны төҙөнөк. Ул М-5 “Урал” федераль трассаһына яҡшы альтернатива, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта был трассала юл буйы сервисын ойоштороу өсөн инвесторҙар эҙләргә кәрәк.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе Балаҡатай районындағы Яңы Балаҡатай - Белянка автомобиль юлын төҙөкләндереү мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты. Был район халҡы өсөн мөһим, шуға күрә бюджет средстволарын бүлеү мөмкинлегенән сығып, проект буйынса ҡарар ҡабул итергә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.