“Халыҡтар дуҫлығы” йортонда Башҡортостандың милли-мәҙәни ойошмалары вәкилдәре Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Экстремизмға ҡаршы тороу үҙәге етәксеһе урынбаҫары Эдгар Погосян менән осрашты.
Көн ҡаҙағына һуҡҡан проблемаларҙың береһе – экстремизм, йәштәрҙең яңылыш юлға баҫыуы тураһында һөйләшеү булды. Иң мөһиме йәмғиәттә барған кире тәьҫирҙән сит илдән килгән студенттарҙы нисек араларға, ниндәй саралар күрергә кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы. Саралара әүҙем йәштәрҙең ҡатнашыуы ҡыуандырҙы.
Сараны “Халыҡтар дуҫлығы” йорто директоры Эльмира Саматова алып барҙы.
Осрашыу барышында республикала тотороҡлоҡто һәм тыныслыҡты тәьмин итеүҙең мөһим мәсьәләләре тикшерелде, йәштәрҙең радикаль тәртибен, экстремизмды, милли һәм дини сәбәптәр буйынса конфликттарҙы булдырмауға айырым иғтибар бүленде.
Сара спикеры Эдгар Погосян конфликтлы хәлдәр хәүефен кәметеүгә һәм төбәктә халыҡ-ара тыныслыҡты нығытыуға йүнәлтелгән саралар комплексы менән таныштырҙы. Ул билдәләүенсә, мәҙәниәт-ара диалог даирәһен булдырыу, йәштәр араһында ихтирам һәм аңлау тәрбиәләү программаларын әҙерләү, шулай уҡ халыҡтың бөтә ҡатламдарын профилактик эшкә әүҙем йәлеп итеү мөһим.
Башҡортостан Республикаһы күп этнослы, уның территорияһында 160-тан ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Халыҡтың 70 проценты - ислам динен, 20 проценты православие динен тота. Сәйәси, раса, милли йәки дини мотивацияны файҙаланып, экстремистик хәрәкәттәр һәм төркөмдәр, террористик ойошмалар ойоштороусылар үҙҙәренең ҡара эшен алып бара. Тәү сиратта, йәштәрҙең аңына әүҙем йоғонто яһарға тырыша.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары, шул иҫәптән Эске эштәр министрлығы - экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы тороуҙың төп вәкәләтле органы. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре үҙ сиратында экстремистик күренештәрҙе иҫкәртеүгә туранан-тура йәки ситләтеп йүнәлтелгән саралар комплексын ғәмәлгә ашыра.
Милли, дини йәки башҡа ыҙғыш һәм дошманлыҡ сәбәбе арҡаһында граждандар араһында стихиялы йәки бер төркөм кешеләрҙең ҡылығы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән йәшерен йәки асыҡ социаль, иҡтисади йәки сәйәси ҡаршылыҡтар етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре төрлө милләт кешеләре, рәсми булмаған йәштәр берләшмәләрендә ҡатнашыусылар араһында киҫкен конфликттарҙы асыҡлауға, шулай уҡ уларҙы ваҡытында иҫкәртеүгә айырыуса иғтибар бүлә.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарының, урта һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре һәм аҡһаҡалдарҙы юҡҡа был һорау борсомай. Студенттар ата-әсәләренең ҡанаты аҫтынан сығып, үҙаллы тормош башлай. Быйыл баш ҡалаға 80 меңдән ашыу студент килгән. Шуларҙың өс меңдән ашыуы - сит ил студенттары. Башҡортостанға Тажикстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан һәм Азия менән Африка илдәренән уҡырға киләләр. Тап ошо студенттар айырым иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Ғаиләләренән алыҫта булыуҙары менән ҡара уйлылар файҙаланыуы ихтимал.
Ултырышта ҡатнашыусылар хәүефһеҙлек мәсьәләләрен хәл итеүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары менән йәмәғәт ойошмаларының хеҙмәттәшлегенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төрлө милли-мәҙәни берекмә вәкилдәренең мөрәжәғәттәре һәм тәҡдимдәре тыңланды, улар республикала тыныслыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу буйынса башланғыстарҙа ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.
“Бындай осрашыуҙар асыҡ диалог өсөн майҙансыҡ булдырасаҡ, экстремизм һәм радикаллаштырыу менән бәйле проблемаларҙы хәл итеүҙең һөҙөмтәле ҡарарҙарын әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк”, — тине Эльмира Саматова.
Сараның икенсе өлөшөндә улар киләсәккә пландар, шул иҫәптән конфликттарҙы кәметеүгә һәм күп милләтле Башҡортостандың ыңғай имиджын формалаштырыуға йүнәлтелгән берлектәге акциялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм уҡытыу семинарҙары буйынса фекер алышты.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был сарала төрлө милләт студенттары ла ҡатнашты. Был осрашыу барышында ҡатнашыусылар йәштәрҙе әүҙем йәмәғәт тормошона һәм мәҙәни эшмәкәрлеккә йәлеп итеү еңел эш түгел, тигән фекер белдерҙе. Күптәр билдәләүенсә, интерактив платформалар һәм социаль селтәрҙәр аша йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы тормош рәүеше булдырырға мөмкин.
Башҡортостандың Татар съезы активистары Миләүшә Ҡадирова һәм Алина Сабитова сығыш яһаны. Улар йәштәрҙе милли үҙаң һәм мәҙәниәт мәсьәләләренә йәлеп итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Студенттар фекеренсә, төрлө майҙансыҡтар һәм саралар аша күп йәштәр үҙ милләттәренең мәҙәни мираҫы менән ҡыҙыҡһына һәм берләшергә ынтыла.
Ултырыш аҙағында ҡатнашыусылар, уртаҡ тырышлыҡ менән генә ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшергә һәм йәш быуын экстремистик идеяларҙың йоғонтоһона һөҙөмтәле ҡаршы тора ала, тигән һығымтаға килде.
Фото: “Халыҡтар дуҫлығы” йорто матбуғат хеҙмәтенән алынды.
Александра СТАРЫШЕВА, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты, Ҡаҙағстан вәкиле:
- Йәштәр араһында экстремизм күренештәрен таралмауын тәьмин итеү өсөн бер юл бар: йәштәрҙе йәмәғәт эштәренә, башҡа сараларға әүҙемерәк йәлеп итеү. Йәмәғәт ойошмалары күп, әммә йәштәрҙе ылыҡтыра белеү ҙә мөһим.
Йәштәрҙе йәмәғәт ойошмалары эшенә йәлеп итеү, халыҡтар дуҫлығын нығытыу өсөн тәү сиратта төрлө милләт йәштәрен бергә йыйырға кәрәк. Тик түңәрәк өҫтәл артына йыйып, оҙон һүҙ һөйләшеү булмаһын ине. Йәштәр хәҙер икенсе форматта аралаша. Төрлө интелектуаль уйындар, квестар аша аралашыу майҙансығы булдырыу һәйбәт булыр ине.