Өфө менән Мәскәү ҡалалары араһында юғалған ике үҫмерҙе эҙләйҙәр. Был турала "БашРегионСпас" ирекмәндәре хәбәр итә.
Билдәле булыуынса, 15 йәшлек Егор Сумарков менән 16 йәшлек Радмир Фазлиәхмәтов Мәскәүгә юлланған булған. Тик улар тейешле урынға барып етмәгән, шулай уҡ яҡындары менән бәйләнешкә лә сыҡмайҙар.
Егорҙың билдәләре: буйы 165 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һарғылт сәсле, зәңгәр күҙле. Ҡара йәшел куртка, ҡара салбар, кроссовки һәм ошондай уҡ төҫтә бейсболка кейгән.
Радмирҙың билдәләре: буйы 165 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, көрән сәсле, һоро күҙле. Шәмәхә төҫөндә куртка, ҡара джинсы, аҡ кроссовка кейгән.
Әгәр ҙә һеҙ үҫмерҙәрҙең ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 112 һандары буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: БашРегионСпас.