Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡ районында үлемесле авария теркәлгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы 13 ноябрҙә, киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә Магнитогорск – Ира автомобиль юлының 108-се километрында булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “КамАЗ” автомобиле Баймаҡ ҡалаһы яғынан Сибай ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткән. Рулдәге 45 йәшлек водитель йөк автомобиленә идараны юғалта, һөҙөмтәлә транспорт юлдан ситкә сығып ауа.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк булған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле водителдәр, әле урынлашҡан һауа торошо һеҙҙән икеләтә яуаплылыҡ талап итә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фотолар: @bash_gibdd.