Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Ноябрь , 16:15

Республика халҡы мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Республика эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 27 хәбәр килгән.

Республика халҡы мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән
Республика халҡы мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығын хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу күсергән, шулай уҡ мутлашыу тураһында 27 хәбәр килгән.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенә 67 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Пенсионерға ул элек хеҙмәткәр булған компанияның “элекке етәксеһе”нән шылтыратыу булған. “Директор” мәғлүмәттәрҙең ситкә сығыуы һәм яҡын арала хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ир менән бәйләнешкә инәсәге тураһында хәбәр итә. Артабан федераль именлек хеҙмәте һәм банктың ялған хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыуҙар килә, улар, теләмәгән операцияны туҡтатыу һылтауы менән, ғариза биреүсене булған аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерә. Белгестәргә ышанып, гражданин мутлашыусыларға ике миллион һум самаһы аҡсаһын күсерә. Аҡса мутлашыусыларҙы иҫәбендә булғас, зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлегенә ҡала предприятиеларының береһендә эшләгән 51 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ҡатынға билдәһеҙ кешенән шылтыратыу килә, ул үҙен кәрәҙле бәйләнеш компанияһы хеҙмәткәре тип таныштыра. Таныш булмаған кеше ғариза биреүсегә кәрәҙле элемтә хеҙмәттәре килешеүен оҙайтыу кәрәклеге тураһында аңлата һәм паспорт мәғлүмәттәрен хәбәр итеүен һорай. Ҡатын уның ҡушҡандарын үтәй. Бынан һуң ҡатынға банк хеҙмәткәре шылтыратып, уның исеменә сит кешеләрҙең кредит алырға маташыуы тураһында хәбәр итә. Үҙ аҡсаһын һаҡлау өсөн уларҙы “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсереү кәрәклеген  әйтәләр. Мутлашыусыларҙың күрһәтмәләрен үтәп, ҡатын 1,5 миллион һумға яҡын кредит ала һәм аҡсаны мутлашыусыларға ебәрә.

62 йәшлек пенсионер ҡатын Туймазы районы полицияһына мөрәжәғәт итеп, мутлашыусыларҙың хәйләһенә эләгеүе хаҡында һөйләй. Ғариза биреүсегә билдәһеҙ ир шылтырата, ул үҙен брокер компанияһы хеҙмәткәре тип таныштыра. Әңгәмәсе акциялар һатып алыу һәм һатыу юлы менән аҡса эшләргә тәҡдим итә, шул уҡ ваҡытта яҡшы эш хаҡы вәғәҙә итә. “Уҡытыусы” күберәк файҙа алыу өсөн күберәк аҡса һалырға этәрә. Мутлашыусыға ышанып, ҡатын бер миллион һумдан ашыу инвестиция һала, әммә дивидендтар алмай.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкә төшөрә: уяу булығыҙ! Әгәр һеҙгә ҡарата законһыҙ ғәмәлдәр башҡарыу тураһында шикле шылтыратыу килһә, һөйләшеүҙе туҡтатырға кәңәш ителә. Аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә телефон аша үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ банк реквизиттарын хәбәр итмәгеҙ, үҙегеҙгә таныш булмаған кешеләрҙең тәҡдимдәре буйынса телефонығыҙға билдәһеҙ ҡушымталар ҡуймағыҙ. Билдәһеҙ реквизиттар буйынса аҡса күсергәндә уяулыҡ һаҡлағыҙ, тикшерелгән сайттарҙан ғына файҙаланығыҙ.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: