17 ноябрь – Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көн көнүҙәккә әйләнде, сөнки көн дә юлдарҙағы аварияларҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Ә һандар, ысынлап та, тетрәндергес. Мәҫәлән, быйыл 10 айҙа республика биләмәһендәге юлдарҙа 2431 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 330 кешенең ғүмере өҙөлгән, 2967 кеше йәрәхәттәр алған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы идаралығының хәүефһеҙ ю хәрәкәтен пропагандалау бүлеге етәксеһе Линар Зиннуров журналистар менән осрашыуҙа хәбәр итеүенсә, быйыл республиканың Мәләүез, Йәрмәкәй, Краснокама, Мишкә һәм Өфө райондарында юл-транспорт ваҡиғалары, һәләк булыусылар һәм уларҙа яраланғандар һаны артҡан. Шулай уҡ 28 муниципаль берәмек биләмәһендә һәләк булыусылар һаны буйынса үҫеш күҙәтелгән.
Линар Зиннуров Башҡортостандың иң хәүефле юлдарын да атаны.
– Был Өфө – Инйәр – Белорет, Өфө – Шишмә – Ҡырғыҙ – Миәкә, Өфө – Яңауыл, Дүртөйлө – Нефтекама, Иглин, Өфө, Шишмә һәм Благовар райондары биләмәләре буйлап үткән федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал” автомобиль юлы участкаһы. Юл-транспорт хәлен тотороҡландырыу өсөн был
юлдарҙа даими рейд саралары үткәрелә. Быйыл 10 ай йомғаҡтары буйынса Өфө – Инйәр – Белорет һәм Өфө – Яңауыл автомобиль юлдарында авариялар, шулай уҡ уларҙа һәләк булған кешеләр һаны кәмеүе күҙәтелә, – тине ул.
Автомобиль аварияларының төп өлөшө 30 йәштән 40 йәшкә тиклемге водителдәр тарафынан башҡарыла – 34 осраҡ йәки 25,7 процент. Уларҙа 75 кеше һәләк булған, йәғни һәләк булғандарҙың дүрттән бер өлөшөнән ашыуы тура килә. Шулай уҡ 40 йәштән 50 йәшкә тиклемге граждандар ҙа аварияларға күп осрай. Улар ҡатнашлығында 386 авария теркәлгән, шул иҫәптән 47 кешенең (17 процент) ғүмере өҙөлгән.
Автомобиль аварияларының иң таралған төрҙәре булып машиналар бәрелешеүе тора. Бөтәһе меңдән ашыу ошондай юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Икенсе урында – йәйәүлеләрҙе бәрҙереү (639 осраҡ), өсөнсөлә — юлдарҙан ситкә сығыу (197 осраҡ), дүртенсе – түңкәрелеү (141 осраҡ).
Уның һүҙҙәренсә, үлем менән тамамланған юл-транспорт ваҡиғаһының төп сәбәбе булып водителдәрҙең түбән дисциплинаһы тора – ул машиналарҙың юлға урынлаштырыуға ҡағылышлы ҡағиҙәләрен боҙоу, ҡаршы һыҙатҡа сығыу, юл сатында йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоу, дистанцияны дөрөҫ һайламау, йәйәүлеләргә өҫтөнлөк бирмәү.
– Машина водителдәре ғәйебе менән бөтәһе 2080 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙың өлөшө юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һанынан 85,6 процент тәшкил иткән, – тип белдерҙе Линар Зиннуров.
Республикала 158 үҫмер иҫерек килеш транспорт саралары менән идара иткән, уларҙың етәүһе эскән килеш рулгә ултырған. Әлбиттә, улар яуаплылыҡтан ҡасып ҡотола алмаясаҡ. Мәғлүм булыуынса, республикала быйыл ун айҙа юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары юлдарҙа транспорт сараһына идара итеүгә танытмаһы булмаған мең ярымдан ашыу бәлиғ булмағанды асыҡлаған.
– Уларға ҡарата “Транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғы булмаған водителдең транспорт сараһы менән идара итеүе” статьяһы буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эштәр ҡуҙғатылды. Был боҙоуҙар өсөн 5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф рәүешендә санкциялар ҡаралған. Бында ата-әсәләргә иҫкәртергә кәрәк, бәлиғ булмағандарға транспорт менән идара итеүҙең һәр осрағы – ул балаларҙы полицияға иҫкәртеү иҫәбенә ҡуйыу өсөн сәбәп. Бынан тыш, уларҙың законлы вәкилдәре өсөн административ яуаплылыҡ һәм 30 мең һум штраф ҡаралған, – тип аңлатты Линар Зиннуров.
Ә һандар, ысынлап та, етди уйға һалырлыҡ – быйыл республикала 16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 399 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 10 бала һәләк булған һәм 430-ы йәрәхәтләнгән. Республикала һәр алтынсы авария бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында була. Үҫмерҙәрҙең яуапһыҙлығы хайран итә, ә бит киләсәктә улар юлдың төп водителдәре буласаҡ.
Фото: @bash_gibdd.