Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Ноябрь , 14:00

Үҙ йортонда янғын сыҡҡан

Янғын һүндереү автомобилендә водитель булып эшләгән Рәнис Фазлиәхмәтов дежур иткән ваҡытында, янғын тураһында хәбәр килә. Ғәҙәттән тыш хәлдең адресын ишеткәс, тертләп китә... уның үҙ йортон ут ялмаған була. Өҫтәүенә, был ваҡытта өйөндә ҡатыны һәм биш балаһы ҡала...

Үҙ йортонда янғын сыҡҡан
Үҙ йортонда янғын сыҡҡан

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә Дүртөйлө янғын һүндереү-ҡотҡарыу отрядының 18-се янғын һүндереү автомобиле водителе Рәнис Фазлиәхмәтовтың тарихы хаҡында һөйләнеләр.

2021 йылда, Рәнис Фәзлиәхмәтов дежур иткән ваҡытында, Миңеште ауылындағы өйҙәрҙең береһенә йәшен һуғыуы арҡаһында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Водитель адресты ишеткәс, терт итеп ҡала: уға үҙ йортондағы янғынды һүндерергә барырға тура килә.

Янғын урынына килеп еткәндә, йортто ут тулыһынса ялмап алған була. Бәхеткә күрә, көслө йәшен арҡаһында ғаиләлә бер кем дә йоҡлай алмай. Йәшен һуҡҡандан һуң йорт янып киткәс, ҡатыны менән балалары урамға сығып өлгөрә. Бер кем дә зыян күрмәй. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт тулыһынса янып бөтә.

Хәҙер инде был ваҡиғаға бер нисә йыл үткән, барыһы ла артта ҡалған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғаилә коллегалары, яҡташтары һәм яҡындары ярҙамында яңы йорт һалып ингән.

Рәнис Фазлиәхмәтов янғын һүндереү хеҙмәтендә 24 йыл эшләй, ә  ҡатыны Гөлнара менән ғаилә ҡорғандарына – 30 йыл. Улар өс ҡыҙға һәм ике улға ғүмер бүләк иткәндәр. Ғаилә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән һәм ”Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы дипломына лайыҡ булған.

Фото: МЧС.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: