Дүртөйлө районында Пермь крайынан 64 йәшлек балыҡсы боҙ аҫтына киткән һәм батып үлгән. Фажиғә бөгөн иртән Бысраҡ күлендә ярҙан 200 метр алыҫлыҡта теркәлгән.
Был турала ҡотҡарыусыларға мәрхүмдең ағаһы хәбәр иткән. Ул Пермь крайынан бер туғаны менән балыҡ тоторға килеүҙәре хаҡында һөйләне. Иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, һәләк булған ир тыңламайынса ҡамыштар янына юл тотҡан, ә унда боҙ һәр саҡ йоҡараҡ. Ағаһы һыуға батып барыусыға ярҙам итеп өлгөрмәгән, сөнки унан алыҫта урынлашҡан.
“Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары мәрхүмдең кәүҙәһен һыуҙан сығарған. Фажиғә ваҡытында күлдәге боҙҙоң ҡалынлығы 5 сантиметрҙан артманы”, - тип һөйләне социаль селтәрҙә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов һәм йәнә бер тапҡыр йоҡа боҙға сығыуҙың үлемесле булыуын иҫкә төшөрҙө.
Әлеге ваҡыт балыҡсылар һәм һыу буйына барғандар өсөн бик хәүефле осор. Йоҡаҡ боҙға сыҡмағыҙ, был ғүмер өсөн хәүефле.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.