17 ноябрҙә төндә республикала трассаларҙың береһендә ҙур фажиғә теркәлде.
Благовар районында “BMW X5” автомобиленең водителе руль менән идара итеү һәләтен юғалтыуы арҡаһында машина юлдан ситкә төшөп китә. Был ваҡытта салонда дүрт егет була. Авария һөҙөмтәһендә ике пассажир төрлө йәрәхәттәр ала. Водителдең артында ултырған Өфөнән 27 йәшлек Марсель М. ваҡиға урынында һәләк була. Уның үлеме тураһында тәүгеләрҙән булып апайына хәбәр итәләр. Икенсе зыян күреүсенең исеме Никита. Бәхеткә күрә, уны дауаханаға алып барып, кәрәкле ярҙам күрһәтеп өлгөрәләр. Әле егеттең ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай. МХО-нан ҡайтҡан яугир иһә авария ваҡытында йоҡлаған була, ә уянғанында машина баштүбән ятҡанын аңлай.
– Әлегә юл-транспорт фажиғәһе буйынса тикшереү үткәрелә, – тип хәбәр итә ГАИ.
Һәләк булған егеттең дуҫы һөйләүенсә, фажиғәгә тиклем Марсель егеттәр менән МХО-нан ҡайтҡан дуҫтарын ҡаршы алған. Артабан улар машинала йөрөп килергә ҡарар итә. Тик ни өсөн улар Языков ауылы яғына юл тотҡандарҙыр – билдәһеҙ, тип хәбәр итә “КП-Өфө”.
Билдәле булыуынса, Марсель Өфөлә тыуып үҫкән. 2019 йылда Мәскәүгә күсеп китә, тик бер аҙҙан баш ҡалаға кире ҡайта. Егет машиналарҙа йөк ташыу менән шөғөлләнгән була, спортты үҙ итә. Марселдең яҡындары һәм туғандары егетте тормошто ныҡ яратыуын билдәләй.
– Һәр ваҡыт ярҙам итә торғайны. Тормошта күп нәмәгә өйрәтте. Яңы “ГАЗель” һатып алырға йөрөй ине, әммә ғүмере өҙөлдө... Сипайлово биҫтәһендә әсәһе менән йәшәне. Хәҙер әсәһенә бик ҡыйын... – тип һөйләне һәләк булған егеттең ҡустыһы.
Марселде 19 ноябрҙә ерләйәсәктәр. Егеттең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: ГАИ, социаль селтәрҙәр