Ошо көндәрҙә Белорет юлында авария теркәлде: урында ике машина бәрелеште. Бер автомобилдең водителе ауыр йәрәхәттәр алып, ваҡиға урынында һәләк булды. Ошо турала “КП-Өфө” порталы хәбәр итә.
Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, был көндә “Hyundai Elantra” машинаһында барған 42 йәшлек Ирек М. һәм 13 йәшлек улының ҡаршыһына яҡынса 140 км/сәғәтенә тиҙлектә "Toyota RAV4" килеп сыға. Көслө бәрелештән һуң ауыр йәрәхәттәр алған Иреккә “Тиҙ ярҙам” хеҙмәте килеп өлгөрмәй һәм ул улының алдында һәләк була... Малай ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатыла һәм әлеге ваҡытта ла табиптар күҙәтеүе аҫтында ҡала.
"Toyota"ла булған ғаилә лә зыян күрә: водитель һәм уның ҡатыны медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә, ә уларҙың өс балаһы әлегә тикшереү үтә.
КП-Өфө хәбәр итеүенсә, Ирек ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән. Һәләк булыусының дуҫы һөйләүенсә, улар был көндә Бөрйән районындағы ауылға туғандарына юл тотҡан булған. Шулай уҡ "Toyota" автомобиленең водителе машина менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм булыуы билдәле.
Иректең үлеме туғандарын һәм дуҫтарын шок хәлендә ҡалдыра. Балалар үҙҙәренең төп терәген, ә әсәләре яратҡан тормош иптәшен юғалта...
– Беҙ ғаиләләр менән дуҫ булдыҡ. Иректең ғаиләһендә ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә... – тип һөйләгән һәләк булған ирҙең дуҫы Артем Т.
Дуҫтары һөйләүенсә, Ирек бер эштән дә ҡурҡмаған. Ғаиләһе бер нәмәгә лә мохтаж булмаһын өсөн, ир ике эштә эшләп йөрөгән.
– Бик ғәҙел кеше булды, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер ине. Ата-әсәһенә гел ярҙам итте, – ти Иректең яҡындары.
Шулай уҡ улар аварияла ғәйепле кеше язанан ҡасыр тип борсола. Иректең дуҫы әйтеүенсә, Toyota автомобиле водителенең кәрәкле бәйләнештәре күп һәм шуға ла ул яуаплылыҡтан ҡасырға маташа.
КП-Өфө Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына авария буйынса мөрәжәғәт иткән. Әлегә осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыуы билдәле.
Иректең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: Дәүләт автоинспекцияһы, социаль селтәрҙәр.