20 ноябрҙә Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 34-се саҡрымында иртәнге сәғәт 8-ҙә “Паз Вектор” автобусы юлдан ситкә сығып ауған. Уның салонында 16 пассажир булған. Ике кеше дауаханаға оҙатылған.
Ошо уҡ көндә иртәнге сәғәт 9-ҙар тирәһендә Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының 44-се километрында ҙур авария теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 48 йәшлек водитель “ВАЗ-2112” автомобилендә Туймазы ҡалаһына табан хәрәкәт иткәндә ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм “ВАЗ-21099” автомобиленә бәрелә. Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта “ВАЗ-2112” автомобиле ҡаҡтығып китеп, “Hyundai Kona”ға һуғыла. Аварияла “ВАЗ-2112” автомобиле рулендәге водитель һәләк була.
Хөрмәтле водителдәр, һеҙ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәндә генә бындай фажиғәле тамамланған авариялар кәмейәсәк. Онотмағыҙ: һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, ә башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан кешеләрҙең, пассажирҙарҙың ғүмере өсөн дә яуаплы.
Фото: @bash_gibdd яҙмаһынан скриншот.