Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Ноябрь , 15:00

Саҡмағош районында янғында ир һәләк булған

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана

Саҡмағош районында янғында ир һәләк булған
Саҡмағош районында янғында ир һәләк булған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөгөн иртә таңдан райондың Ташҡалмаш ауылында ағас өйҙә янғын булған.

Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекмәндәр дружинаһы янғын һүндереүселәре бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндереү барышында верандала 78 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Урында Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

РӘСӘЙ ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛДӘР МИНИСТРЛЫҒЫ ИҪЕГЕҘГӘ ТӨШӨРӘ:

  • түшәктә тәмәке тартма;
  • йылытылған мейесте һәм йылытҡысты, бигерәк тә төндә, ҡарауһыҙ ҡалдырма;
  • торлаҡҡа ҡоролмалар янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал ҡуй. Ҡорамал тауыш менән хәүеф тураһында иҫкәртә.

Янғын ваҡытында “101” йәки “112” һандарына шылтыратығыҙ.

Әйткәндәй, ҡышҡы йылытыу миҙгелендә янғын хәүефе икеләтә арта. Шуға ла уяулыҡты юғалтмағыҙ, балаларҙы һәм өлкән йәштәгеләрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: