Хәүефһеҙлек
24 Ноябрь 2024, 04:00

Ағалы-һеңлеле балалар юғалған

Бәләкәй балалар кисәнән бирле юҡ

Ағалы-һеңлеле балалар юғалғанАғалы-һеңлеле балалар юғалған
Ағалы-һеңлеле балалар юғалған

Өфө районының Михайловка ауылында ағалы-һеңлеле балалар юғалған. 13 йәшлек Иван һәм 11 йәшлек Анна Романенко кисә, 23 ноябрҙә, өйҙәренән сығып киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған.

Ивандың билдәләре: буйы 146 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле.

Ул ҡара куртка, салбар һәм кроссовки кейгән.

Аннаның билдәләре: буйы 136 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, һоро күҙле.

Ул ҡыҙыл куртка, ҡара салбар һәм итек кейгән.

Уларҙың ҡайҙа булыуы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-837-3-102-112 йәки 112 номерҙары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас