Хәүефһеҙлек
25 Ноябрь 2024, 05:30

Мулланы таларға уйлағандар

Унан ике миллион ярым һум аҡса талап иткәндәр.

Мулланы таларға уйлағандарМулланы таларға уйлағандар
Мулланы таларға уйлағандар

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Туймазы ҡалаһында йәшәгән ике ир урындағы дин әһеленән ике миллион ярым һум аҡса талап иткән.

Мулла уларға һораған сумманы бирергә ризалашҡан һәм был хаҡта полицияға хәбәр иткән.

Еңел табыш алырға яратыусыларҙы аҡса тапшырыу ваҡытында ҡулға алғандар. Улар быға тиклем дә закон боҙған булған, әле улар СИЗО-ла, енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: УФСБ РБ.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас