Хәүефһеҙлек
26 Ноябрь 2024, 14:00

Рулдә китеп барғанда...йөрәге туҡтаған

Ҡот осҡос хәл Әбйәлил районында теркәлә.

Рулдә китеп барғанда...йөрәге туҡтағанРулдә китеп барғанда...йөрәге туҡтаған
Рулдә китеп барғанда...йөрәге туҡтаған

Райондың “Абзелил” гәзите хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә машина менән идара иткән водителдең йөрәге туҡтаған. ГАИ мәғлүмәттәренә ярашлы, Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе 59 йәшлек ир эштәре буйынса китеп барғанда һәләк була... Ул үҙенең коллегаһы менән Яҡтыкүл яғына табан хәрәкәт иткән. Ир “үҙемде насар тоям” тип әйтеп өлгөрә лә, юлдан ситкә сығыуы була, шунда уҡ йөрәге туҡтай...

Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Хөрмәтле водителдәр! Әгәр ҙә юлға сығыр алдынан үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ, хәлегеҙ юҡ икән, өйҙә ҡалыуығыҙ хәйерле. Юғиһә, аҙағы ҡурҡыныс тамамланыуы ихтимал...

Фото: “Абзелил”.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас