Хәүефһеҙлек
27 Ноябрь 2024, 12:00

Ә ул бер ҡасан да ҡайтмаясаҡ...

Белка дүрт көн дауамында мөғжизәгә ышана, тик бөгөн уның күҙҙәрендә өмөт нуры һүнә...

Ә ул бер ҡасан да ҡайтмаясаҡ...Ә ул бер ҡасан да ҡайтмаясаҡ...
Ә ул бер ҡасан да ҡайтмаясаҡ...

Был донъяла эттән дә тоғрораҡ йән эйәһе бармы икән? Юҡтыр... Был хәҡиҡәтте ошо көндәрҙә Ҡариҙел районында булған хәл тағы бер тапҡыр раҫлай.

24 ноябрҙә Ҡариҙел ауылында 59 йәшлек ир кеше юлын ҡыҫҡартыр өсөн велосипедта Ҡариҙел йылғаһы аша үтергә була. Ләкин йоҡа боҙ уның ауырлығын күтәрмәй һәм емерелә. Ул велосипеды менән һыу төбөнә китә. Уны ҡотҡарырға тырышып ҡараған ир шулай уҡ бата, ләкин уны ҡотҡарып өлгөрәләр.

Һәм бына дүрт көн дауамында водолаздар ирҙең кәүҙәһен эҙләй. Ә был ваҡытта яр буйында уның тоғро эте Белка көтөп ултыра. Туғандары уны килеп алып ҡайтырға тырышып ҡарай, тик эт урынынан китмәй, хужаһын көтөп ҡала.

Ҡотҡарыусылар тәүҙә ете метрлыҡ тәрәнлектән ирҙең велосипедын сығара. Бөгөн иһә уның үҙенең дә кәүҙәһен табалар. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр иттеләр. 

Белка дүрт көн дауамында мөғжизәгә ышана, тик бөгөн уның күҙҙәрендә өмөт нуры һүнә...

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас