Бөгөн төндә Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ – Миәкә автомобиль фажиғәле хәл теркәлгән.
Республиканың Дәүләт автоиспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Әлшәй районында йәшәгән 24 йәшлек ҡыҙ “Лада Калина” автомобиле рулендә Раевка ауылы яғынан хәрәкәт иткән саҡта ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм унда “КамАЗ” бензовозы менән бәрелешә. Еңел автомобилдән тимер өйөмө генә ҡалған...
Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе алған йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була.
Юл-транспорт ваҡиғаһының бөтә шарттары асыҡлана.
Хөрмәтле водителдәр, зинһар ашыҡмағыҙ
Фото: @bash_gibdd