Республика Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙәр тирәһендә Ишембай районындағы аварияла студент һәләк булған.
Салауат ҡалаһында йәшәгән студент “LADA Priora” автомобиле рулендә Индустриаль шоссе буйлап Ишембай ҡалаһына табан хәрәкәт иткән. Шул уҡ ваҡытта “КамАЗ” водителе, һулға боролоп, еңел автомобилгә юл бирмәгән.
Авария һөҙөмтәһендә 2004 йылғы водитель табиптар килгәнгә тиклем үк йән бирә. Ул Ишембай нефть колледжының III курс студенты булған тип хәбәр ителә. Ваҡиға буйынса тикшереү бара.
Мәрхүмдең ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Хөрмәтле водителдәр, был осраҡта ғаилә ғәзиз улын юғалтты, ә йөк автомобиленең водителе иһә енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ. Бер юлы ике ғаиләгә ҡайғы килде. Ә кем ғәйепле? Әлбиттә, йөк автомобиле рулендәге водитель - ул бит юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған.
Бик ҡыҙғаныс хәл... Ошо хаталарҙы ҡабатламайыҡ.
Фото сығанағы: Ишембай районының Дәүләт автоинспекцияһы.