Хәүефһеҙлек
29 Ноябрь 2024, 06:45

Ут ҡамауында ҡалған йәш ирҙе ҡотҡарып өлгөргәндәр

Әгәр ваҡытында ярҙам килмәгән булһа...

Ут ҡамауында ҡалған йәш ирҙе ҡотҡарып өлгөргәндәрУт ҡамауында ҡалған йәш ирҙе ҡотҡарып өлгөргәндәр
Ут ҡамауында ҡалған йәш ирҙе ҡотҡарып өлгөргәндәр

Бөгөн төндә Бүздәк районының Бүздәк ауылында 8х40 метр ҙурлыҡтағы металл ангар яна башлаған, уның эсендә йөк тейәүсе һәм манипулятор булған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм урындағы ирекмән янғын һүндереү командалары хеҙмәткәрҙәре янғынды тиҙ арала туҡтатып, эргәлә торған бинаға уттың күсеүенә юл ҡуймаған - 30 минуттан уны һүндәргәндәр. Шулай уҡ улар янған ангарҙа ҡамауҙа ҡалған 36 йәшлек ҡарауылсыны ҡотҡарған.

Уттан зыян күреүселәр юҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе янғын сәбәбен тикшерә. Ваҡиға урынына һынау янғын лабораторияһы эксперттары ебәрелгән.

Фото сығынығы: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас