Бөгөн “һулдар” – властарға ҡаршы сығыш яһаусы феминист төркөмдәр, ЛГБТ-активистар, системаһыҙ оппозиция (шул уҡ анархистар һәм социалистар). Һүҙҙә был төркөмдәрҙең барыһы ла тигеҙлеккә һәм азатлыҡҡа ынтыла, ғәмәлдә бер-береһен селтәрҙәрҙә кәмһетә. Әммә башҡа “һулдар” ҙа бар.
Бер нисә йыл элек кенә бындай хәрәкәттәр йәмғиәт өсөн етди хәүеф тыуҙырмай тип яҙғандар. Уларҙы маргиналь активистар тип ҡабул итәләр – Ходорковский йәки Навальный яҡлыларға ҡарағанда ла насарыраҡ. Властар һәм көс структураһы хеҙмәткәрҙәре уларға ҙур иғтибар бирмәй, ә улар, мөйөштә онотолған күҙәнәк кеүек, һиҙҙермәй генә, әммә агрессив үҫешә башлай.
Быйыл ноябрҙә Өфөлә сәйәси подпольены фашлау һөҙөмтә биргән. Либертариандар сектаһы ағзалары “Нигилистик либертариан пропагандаһы” тип атала, уларҙың яратҡан лозунгыһы “Азатлыҡ йәки үлем” булып тора. Һуғышҡа ҡаршы сығыш яһаған йәштәр радикаль әҙәбиәт туплай, социаль селтәрҙәрҙә экстремистик һәм террористик эшмәкәрлеккә саҡыра. Бергә рокка оҡшаш көйҙәр тыңлайҙар.
Музыка менән барыһы ла башлана ла инде. Егеттәр “Смерть патриотам”, “Наркота – детям”, “Убей родину” һәм башҡа маргиналь йырҙарға ултыра, бер нисә концертҡа бара, ә артабан инде уның ауына эләгә. Блондин Павел (маскалағы) “ижад” авторы, зумерҙарҙы яңы сәйәси мәҙәниәткә — юғары идеалдарға ынтылыусы юғары либераль милләт мәҙәниәтенә, йәғни, йәнәһе, фашизмға ҡаршы көрәшкә өйрәтә. Фашизм тип Ватан төшөнсәһе менән бәйле бөтә нәмә аңлатыла.
Ә Башҡортостандың күп кенә оппозиция чаттарында билдәле булған Аsian Freak (Сыңғыҙ) исемле юзер интернет селтәрендә эшләй, оппозиционерҙарҙы власть вәкилдәренә һөжүм итергә, хәрби һәм башҡа дәүләт мөлкәтен юҡ итергә саҡыра. Дөйөм алғанда, иҙеүҙәргә ҡаршы көрәш.
Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: Өфө маргиналдарының Рәсәйгә ҡаршы риторикаһы халыҡ-ара ваҡиғалар, атап әйткәндә, махсус хәрби операция нигеҙендә ята. Егеттәр өйҙә "Рәсәй Азатлығы Легионы", АҠШ һәм НАТО флагтарын һаҡларға, уларҙың фонында уртаҡ фотолар ҡуйырға ла оялмай. Ошо көндәрҙә рус хакерҙары Украиналағы көнбайыш яллаған кешеләрҙең мәғлүмәт базаһына инә, унда боевиктарҙың либертариан флагтары һәм символдары менән фотолары табыла. “Һулдар”ҙың йәшерен түңәрәктәренең башланғысы, һис шикһеҙ, сит илдәр тарафынан көйләнгән.
Әммә хәҙер йәш “һулдар” экстремистик һәм террористик эшмәкәрлеккә саҡырыуҙар тураһындағы статьяларға ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе ошондай насар кешеләрҙән, хәрәкәттәрҙән аралайыҡ, балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына иғтибарлы булайыҡ.
Фото: скриншот.
Мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/rb_russia/23860.