Хәүефһеҙлек
1 Декабрь 2024, 12:00

Машинаһын артҡа сиктереп...

Һыуҙа йәнә ҙур фажиғә. 

Машинаһын артҡа сиктереп...Машинаһын артҡа сиктереп...
Машинаһын артҡа сиктереп...

Башҡортостанда йәнә һыуға һәм туңмаған боҙға бәйле фажиғә. Был хәл Балтас районының Штәнде ауылында булған. Бер ир “Нива” автомобилендә артҡа сиктергән һәм яңылыш Тушҡыр йылғаһына төшөп киткән. Автомобиль йоҡаҡ боҙҙо шунда уҡ емерә һәм салон тиҙ арала һыу менән тула. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, водителдең үҙаллы сығыу мөмкинлеге булмаған тиерлек.

Урындағы кешеләр автомобилде һыуҙан үҙҙәре сығарған. Машина эсендә 72 йәшлек ир һәләк булған тип фаразлана.

Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләгән. Фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.

Фото: МЧС. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас