Бөгөн киске биштәр тирәһендә Бөрө-Тастүбә-Сатҡы автомобиль юлының 115-се километрында үлемесле авария теркәлә. 22 йәшлек “Лада Гранта” автомобиле водителе машинаһына идараны юғалта һәм “Рено Сандеро”ға маңлайға-маңлай барып бәрелә.
Аварияның эҙемтәһе насар: “Рено”ның 65 йәшлек водителе дауаханала йән биргән.
Тағы бер күп кеше йәрәхәтләнгән авария бөгөн Ғафури районында була. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Красноусольск – Стәрлетамаҡ юлында, Ғафури районында етди авария була.
“Шевроле Кобальт” машинаһына идара иткән ҡатын-ҡыҙ водитель транспорт сараһына идараны юғалта һәм юлдан оса. Был ваҡытта автомобилдә 10, 11 һәм 12 йәшлек өс бала ултырған була. Улар водитель менән бергә төрлө йәрәхәттәр ала.
Ҡотҡарыусылар уларға беренсе ярҙам күрһәтә һәм дүртеһен дә дауаханаға алып бара.
Әлеге ваҡытта авариялар сәбәптәре асыҡлана.
Фото: ГАИ.