Кисә киске сәғәт 10-дар тирәһендә Өфөлә ҡурҡыныс авария булды. “Киа Рио” автомобилендә эскән 37 йәшлек водитель Сельская Богородская урамы буйлап Ферин урамы яғына китеп барған. Быға тиклем шул урында “Рено Логан” һәм “Шкода Октавия” ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән һәм ул ошо урынды урап үтергә маташып, ҡаршыға сыҡҡан һәм “Ниссан Тирано” менән бәрелешкән. Көслө бәрелеш уның машинаһын яҡын-тирәләге кешеләргә, бүленеү һыҙатында торған һәм юл-транспорт ваҡиғаһы урынында юл хәрәкәтен көйләгән юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына һәм “Рено”, “Шкода” водителдәренә, эвакуаторға барып төкөтә. Һөҙөмтәлә, “Шкода” водителе булған ҡатын һәм инспектор дауаханаға оҙатылған.
Табиптар нисек кенә тырышмаһын, 40 йәшлек ҡатынды ҡотҡара алмай, ул аңына килмәй һәләк була. Социаль селтәрҙә яҙыуҙарынса уның балаһы етем ҡалған. Инспектор иһә төрлө йәрәхәттәр менәндауаханала, хәле тотороҡло тип баһалана.
Бөгөн водителдең кемлеге асыҡланған. Ул Өфөлә билдәле кавер-төркөм барабансыһы булып сыҡҡан. Уның ҡанында 0,906 мг\л алкоголь асыҡланған. Әлеге ваҡытта ирҙе ҡулға алғандар. Уға иҫерек килеш рулгә ултырғаны, кеше үлтергәне һәм полиция хеҙмәткәре ғүмеренә янағаны өсөн 12 йылға тиклем төрмәгә ултырыу хәүефе янай. Ир тулыһынса ғәйебен таныған һәм һәләк булған ҡатындың ғаиләһенә ғәфү үтенгән.
Яңыраҡ асыҡланыуынса, был аварияла тағы бер йәйәүле ныҡлы зыян күргән. Баҡһаң, уның машинаһы аварияға эләккән “Рено”ға брелгәс, был машина ике йәйәүлене тапатҡан. Уларҙың береһенең бит һөйәге һәм умыртҡа һөйәге һынған.Ул әле дауаханала.
Фото: "Башинформ".